Azerspace-1

Azerspace-1
Рәсем
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Azerspace-2[d]
Начало пути ELA-3[d][1]
Ракета-носитель Ариан-5 ECA[d][1]
Хеҙмәтләндереүсе Национальное аэрокосмическое агентство Азербайджана[d]
Дата запуска космического аппарата 7 февраль 2013[1]
Тип орбиты геостационарная орбита[d]
Етештереүсе Orbital Sciences Corporation[d]
Тасуирлау биттәре lyngsat.com/AzerSpace-1-…
 Azerspace-1 Викимилектә

Azerspace-1, йәки AzerSat (әзерб. AzərSat-1), йәки AzerSpace Africasat-1a[2] — беренсе Әзербайжан элемтә юлдашы, АҠШ-тың Orbital Sciences Corporation компанияһы тарафынан[3] STAR-2 юлдаш платфомаһында төҙөлгән. Юлдаштың ауырлығы 3,2 тонна, 36 актив транспондер менән йыһазландырылған. 46 градус көнсығыш оҙонлоғонда геостационар орбитала урынлаштырылған һәм Европа, Африка, Үҙәк Азия төбәктәрен, Кавказ һәм Яҡын Көнсығыш илдәрен солғай[4]. Юлдаш 2013 йылдың 7 февралендә Куру космодромынан осоролған[5][6][7][8].

Әзербайжан элемтә һәм юғары технологиялар министры Али Аббасов әйтеүенсә, 2013 йылдың ике айында (июнь, июль) юлдаш 5 млн $ килем биргән. Юлдашты файҙаланыу барышында 600 млн $ самаһы килем алыу планлаштырыла.

Әзербайжандың милли элемтә юлдашын осороу хаҡы 163 млн манат[9] (202,6 млн $) тәшкил иткән. Әзербайжан элемтә һәм юғары технологиялар министры Али Аббасов әйтеүенсә, был суммала:

  • Юлдаштың хаҡы — 86—87 млн манат ($107—108 млн);
  • Юлдашҡа төп һәм резерв идара итеү системалары — 16 млн манат ($19,8 млн);
  • Юлдашты орбитаға сығарыуға әҙерләү һәм осороу сығымдары — 40 млн манат самаһы ($49,7 млн);
  • 100 % страховка — 18 млн манат ($22,4 млн).

Министр һүҙҙәренсә, сығымдар 5—7 йыл эсендә ҡайтарыласаҡ. Артабанғы 8-10 йыл буйы юлдашты эксплуатациялау табыш килтерәсәк[10][11].

  1. 1,0 1,1 1,2 Макдауэлл Д. Jonathan's Space Report — 1989.
  2. New Oil Money Fueling Modest Space Dreams and Political Heartburn
  3. Американцы запустят первый искусственный спутник Азербайджана — Азербайджан, космос, спутник — Росбалт-Кавказ 2009 йыл 14 август архивланған.
  4. Ильхам Алиев наблюдал за процессом запуска на орбиту первого азербайджанского телекоммуникационного спутника «Azerspace-1». Официальный сайт президента Азербайджанской Республики
  5. Названы сроки запуска первого космического спутника Азербайджана: Технологии, 3 апреля 2012
  6. Названы сроки запуска азербайджанских спутников на орбиту: Технологии, 11 апреля 2012
  7. Запуск азербайджанских спутников на орбиту ожидается в последующие три года — Регион — Новости — Defence.az 2012 йыл 13 апрель архивланған.
  8. Ресурсы азербайджанского спутника будут реализованы на международном рынке — Trend Life
  9. Второй спутник Азербайджан запустит в 2015 году
  10. Кавказский Узел | Первый спутник Азербайджана будет запущен с Байконура
  11. ИКС: Все новости: Азербайджан запустит в космос первый спутник связи

© MMXXIII Rich X Search. We shall prevail. All rights reserved. Rich X Search